Юрған. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Юрған



Юрған күбей инәйҙәрем,
Мең сәнсем биҙәктәре,
Һеңлекәшкә тигән бирнә -
Өҙөлә үҙәктәрем.
Һеңлекәшем, эс серҙәшем,
Уңһаңсы йәр генәңдән,
Бәхет доғаһы һырылһын
Ҡулыңдағы энәңдән.
Тәнегеҙҙе генә түгел
Йылытһын йәнегеҙҙе,
Белмәһен күбелгән юрған
Ситләшкән мәлегеҙҙе.
Бергә туҙҙырырға яҙһын,
Бергә уңһын төҫтәре.
Ояғыҙға ҡот килтерһен,
Йоҡһон бәпәй еҫтәре.
Икегеҙгә инселәнгән
Яҫтыҡ ул - кесе тирмә.
Юрған күбей инәйҙәрем,
Һеңлемә тигән бирнә..


2013